Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь , 13:50

Бер ҡыҙҙы

4 миллион һум кредит алырға мәжбүр итәләр

Йәш ҡыҙға үҙен мобиль оператор хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кешенән шылтырата. Енәйәтсе уға сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм ҡыҙҙан телефонына килгән смс-тан кодты уҡыуын һорай. Мутлашыусыға ышанып, ул дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү кодын һәм ике паролен әйтә. Шул уҡ кистә ҡыҙҙың дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына рөхсәтһеҙ инеү тураһында хәбәр ала. Ҡыҙ хәбәргә яуап итеп, инеү урыны уның ҡоролмаһынан эшләнмәгәнен күрһәтә. Һуңынан уға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Ярҙам хеҙмәте тип танытҡан мутлашыусылар ҡыҙға Үҙәк банк хеҙмәткәре менән бәйләнешкә инергә тәҡдим итә. Ул ризалаша, Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы кредит алырға һәм аҡсаны махсус иҫәптәргә күсерергә күндерә. Ҡыҙ уларға ышанып 4 миллион һум алып бурҙарға ебәрә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: