Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Октябрь 2024, 06:20

Уңған мерәҫтәр һалма ҡырҡты

Яугирҙәребеҙҙең Эх, әсәйемдең бишбармағын ашағылары килә, тигәнен белеп дәррәү эшкә тотона уңғанбикәләр

Уңған мерәҫтәр һалма ҡырҡтыУңған мерәҫтәр һалма ҡырҡты
Уңған мерәҫтәр һалма ҡырҡты

МХО-ла дауаланаыу үткән ир-егеттәребеҙ: «Эх әсәйемдең бишбармағын ашағылар килә» - тигән теләктәрен эҫе көйөнсә генә госпиталдәге медсестра апайҙар Баймаҡ ирекмәндәренә  еткереүе булды, Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һә тигәнсе 3 йәшник һалма йәйеп бирҙе.

-Һалмаға бик ҙур һорау булды. Яу яланындағы егеттәребеҙ ҙә бишбармаҡ һораған булған икән. “Һалма етмәне” - тип әйтеүем булды, Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү эшкә тотондо – тип әйтһәм бер ҙә хаталанмайым, тине Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы.

Уңған Мерәҫ ауылы апай-инәйҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәренән башҡа бер ни ҙә әйтеп булмай. Йөрәк йылығыҙҙы һалып ҡырҡҡан һалмаларығыҙ яугирҙәребеҙҙең күңелдәрен йылытыр, дәрт бирер һәм артабан да еңеүҙе яҡынайтыуға көс-ҡеүәт өҫтәр тип, Алла бойорһа иртәгә оҙатабыҙ, тине ирекмәндәр. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас