Новости
3 Октябрь 2024, 12:35

Ярҙам оҙатылды

Башҡортостандан Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылды...

 Башҡортостандан Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылды Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында белдереүенсә, ике айға яҡын Өфөнөң «Йәшлек Хаус» йәштәр йортонда Курск өлкәһендә зыян күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу урыны эшләй. «Ошо ваҡыт эсендә 51 тоннанан ашыу гуманитар йөк оҙатылды. Штаб эше дауам итә. Был эштә муниципалитеттар, ойошмалар вәкилдәре, эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнаша. Курскиҙағы хәл-ваҡиғаларға битараф булмаған яҡташтарыбыҙ килә. Ундайҙар күп. Ирекмәндәр һәм ирекмән ойошмалары активистары ныҡ ярҙам итә», – тип яҙҙы Максим Забелин. Бөгөнгә 1,2 тонна самаһы гуманитар ярҙам йыйылды, тип хәбәр итте ул. Курск өлкәһе халҡы кейем-һалымға, ҡышҡы аяҡ кейемгә, эске кейемгә мохтаж. Ярҙам күрһәтеү өсөн адрес: Өфө, Пушкин урамы, 86. Штаб эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас