Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Октябрь 2024, 10:15

Тағы ла магнит дауылы башлана

Әллә ниндәй бөтмәҫ нәмә булды. Һуңғы көндәрҙә уның һөжүме көсәйә генә бара, шикелле...

Бөгөн кис Ерҙә магнит дауылы башлана һәм икенсе көндө лә кискә тиклем дауам итә. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында «Фобос» һауа торошо үҙәге белгесе Михаил Леус хәбәр итте. «Бөгөн кис, Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 9-ҙан һуң, Ерҙә еңелсә — G1 класлы магнит дауылы башланыр тип көтөлә. Артабан ул көсәйә, йома иртәһендә (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 6-нан һуң) магнит дауылы G3 класлы тип баһалана. Һуңынан шәмбегә, киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә», — тиелә хәбәрҙә. Киләһе аҙнаның башында ғына планетаның магнитосфераһы тыныс хәлгә ҡайта, тип өҫтәне белгес.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас