-12 °С
Болотло
Иглин районынан пенсионер ҡатынды мутлашыусылар алдаған. Ул интернетта «Кем СССР-ҙа тыуған»тигән яҙыу менән реклама таба. Уға баҫып, оло йәштәге ҡатын сайтҡа күсә, унда пенсионерҙарға ай һайын дәүләт түләүҙәре бирелә, ә теркәлеү өсөн телефон номерын бирергә кәрәклеге күрһәтелә. Бынан һуң уның номерына халыҡ-ара банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, уға һалынған түләүҙәр ҙур сумма һәм сит илдә берҙәм иҫәптә булыуын хәбәр итә. Түләүҙәргә ғариза яҙыу, лицензия ҡушымтаһы ҡуйыу, һалым һәм таможня йыйымдарын түләү һылтауы менән ҡорбан мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу заем аҡсаһын күсерә. Һаҡ булығыҙ, зинһар!