+15 °С
Болотло
Номерһыҙ машинала йөрөгән, номерҙағы һандарҙы йәшергән өсөн яза ҡәтғиләшә
Дума депутаттары закон ҡабул итте, Административ кодексҡа төҙәтмәләр индерелә. Хәҙер номерһыҙ машинала йөрөгән, дәүләт номерын төрлө ысулдар менән ҡаплаған, йәшергән өсөн водитель танытмаһы бер йылдан йыл ярымға тиклем тартып алына. Әлегә тиклем 5 000 һум штраф, йә өс айға тиклем машина йөрөтөүҙән ситләтеү ҡаралғайны.