Билалдар Ололар көнөнә шәп сара үткәрҙе
Алып барыусы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйсе Илдүсә Азат ҡыҙы яҡташыбыҙ, шағирә Фирүзә апай Абдуллинаның шиғыры менән башлап китте байрамды:
Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө!
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған!
Әлдә һеҙ бар - йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп-хуплаған!
Алтын көҙҙә - Алтын Аҡыл көнө!
Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән!
Донъя матур бары һеҙҙең менән,
Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән,
Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән!
Ысынлап та, оло быуын кешеләре - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Кемдәр генә юҡ араларында: мәғариф ветерандары, етәкселәр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, оҙаҡ йылдар совхозда намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан малсылар, игенселәр, һауынсылар, быҙау ҡараусылар һәм башҡалар. Кем генә булып, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә үҙ эшенең оҫтаһы булды беҙҙең ауылдаштар. Байрамға килеүселәрҙе ауыл хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улы ҡотлап былай тине: "Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!".
Ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы, мәктәп директоры Арсен Арслан улы, Билал "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу апай Әхмәҙина, Һәмән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә апай Һибәтуллиналар ҙа ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙе.
Байрамдан бер көн алда миңә ауылдашыбыҙ Рәүил Исхаҡов шылтыратып ҙур үтенесен белдерҙе. Ололар көнөндә уҡытыусылары Нәсимә Әхмәт ҡыҙын, Ишһылыу Йомағужа ҡыҙын һәм Әлифә Ғәҙелша ҡыҙына бүләктәрен тапшырырға ҡушты. Беҙ уның да теләген тормошҡа ашырҙыҡ. Нисә йылдар үтһә лә уҡытыусыларының изгелеген онотмай, бүләктәр тапшырып тороуын апайҙары күҙ йәше аша ҡабул итте. Үҙенә лә тик изге теләктәрен еткерҙе. Афарин!
Матур байрам йыр-моң менән аралашып барҙы. "Йәйғор" бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙының бейеүселәре дәртле бейеүҙәре, Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙының уҡыусылары моңло йырҙары менән ололарҙы таң ҡалдырҙы. Рәхмәт, уҡыусылар! Дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен. Шулай уҡ, Әхтәм ағай Йәнгилдиндең, Зәйнулла ағай Әминевтың, Данис Иҫәнъюловтың моңло йырҙары байрам кәйефе булдырҙы. Ә инде Зәбир ағай Сирусиндың өҙҙөрөп гармунда уйнауына бер кем дә битараф ҡалманы, бергәләп йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә.
Ололар көнөндә һәр йыл матур табын ойошторорға ярҙам иткән бағымсыларыбыҙ була. Был юлы беҙ аҡсалата ярҙам иткән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ришат Әминевҡа, ауыл депутаты Фәнис Кинйәбулатовҡа, шәхси эшҡыуар Венера Вәлиеваға, үҙҙәренең магазиндарынан өҫтәл табынына тәм-томдар биргән шәхси эшҡыуарҙар Айҙар Хамматовҡа, Рәхилә Биктимероваға, Миләүшә Әминеваға рәхмәтлебеҙ. Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, шулай ярҙамығыҙҙан ташламағыҙ беҙҙе.
Тәмле аш-һыу менән һыйлаусы Сәғилә Ғайсинаға, Миңһылыу апай Әхмәҙинаға, Нәсимә апай Боҫҡоноваға, Фатима апай Ғайсинаға, Миләүшә Шаһибаловаға, мәктәп ашнаҡсыһы Лиләгә ҙур рәхмәт! Аш-һыуығыҙ һәр ваҡыттағыса тәмле, татлы булды.
Байрам тамам. Ләкин бөгөнгөләй байрам кәйефе, шатлыҡ-ҡыуаныстар оҙаҡ дауам итһен. Бәхеттә, һаулыҡта, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын һеҙгә, ауылдаштар. Тағы ла бер тапҡыр байрам менән!
-4 °С
Болотло