Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь , 15:00

Грипҡа ҡаршы прививка яһатыу мөһимлеге әйтелде

Республикала популяция иммунитетын булдырыу өсөн 2 миллион 400 мең кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһарға кәрәк.

Грипҡа ҡаршы прививка яһатыу мөһимлеге әйтелде
Грипҡа ҡаршы прививка яһатыу мөһимлеге әйтелде

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина республикала популяция иммунитетын булдырыу өсөн 2 миллион 400 мең кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһарға кәрәк.

Бөгөнгә республика 60% яҡын вакцина бар, яңы поставка октябрҙә көтөлә, тип билдәләне спикер.

«Милли прививкалар календары сиктәрендә мотлаҡ вакцинация үтергә тейешле граждандар категориялары билдәләнде. Улар — медицина һәм дөйөм белем биреү учреждениелары, коммуналь хужалыҡ һәм автотранспорт хеҙмәткәрҙәре, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡалар», — тип һөйләне Ғәлимуллина.

Вакцинаны поликлиникаларҙа ла, күсмә медицина бригадаларында ла яһатырға мөмкин. Ауыл ерендә прививканы 2085 фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһендә эшләтергә була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: