-4 °С
Ҡар
Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу кампанияһы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, илдә 133 мең кеше саҡырыла.
«2024 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем 18-30 йәшлек Рәсәй граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға, йәмғеһе 133 000 кеше», — тиелә документта.
Фото- "Һаҡмар" гәзите архивынан