Уйланған эш бөткән эш, тигәндәре дөп-дөрөҫ! Ил-йорт тыныслығы, яугирҙәрҙең именлеге хаҡына салынған ҡорбанды мәсеттә ашатып, барлыҡ эшен күмәк көс менән атҡарып сыға алдыҡ. Ауылдаштарҙың ҡорбан салдырырға тигән изге ниәтен һәр кем күтәреп алды. Ҡатын-ҡыҙҙар һалма ҡырҡты, бешеренде. Улар тураһында айырым яҙып та үткәйнем. Бөгөн иртәнсәктән Миңһылыу апай Әхмәҙина, Нәсимә апай Боҫҡонова иртә менән мәсеттә аш һалды, әҙерләнде. Уларға ярҙамға Азалия Ғалина, Фәнүзә Шаһибалова барҙы, Илүзә апай Юламанова аҙаҡҡа тиклем ҡалып ярҙам итеп ҡайтты. Шәхси эшҡыуар Айҙар Хамматов һәр ваҡыттағыса ярҙамдан ситтә ҡалманы, табынға ултыртырға күп итеп емеш-еләк ҡалдырып китте. Иртәнсәктән мәсет ишеге ябылманы ла тиерлек. Үҙҙәре килә алмағандар сәй табынына тәмлекәстәр ҡалдырып китте, килеүселәр аша ла күстәнәс ебәреүселәр күп булды. Ҡыҫҡаһы, һәр кем ҡорбан ашына үҙ өлөшөн индереп ҡалырға ашыҡты. Ауылдаштарыбыҙҙың шул тиклем ихлас, эскерһеҙ, йомарт булыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. - Ҡорбан итен үҙегеҙ ашағыҙ, саҙаҡа итеп таратығыҙ һәм башҡаларҙы һыйлағыҙ, - тиелә. Шуға күрә, ҡорбан итен һәр кемгә ауыҙ иттерергә тырыштыҡ. Килә алмаусы ололарға таратып бирҙек, күстәнәстәр ебәрҙек.
Имам-хатиб Рәдиф хажи ауылдаштарға йома намаҙынан алда вәғәз уҡыны: "Әгәр мосолман кешеһе йома көндө тулы ғөсөл алып таҙарынып, йома намаҙына барһа, унда ултырған башҡа мосолмандарға ҡамасауламайынса, күпме кәрәк шул тиклем намаҙ уҡыһа, шунан имам һөйләгәндәрҙе тыныс ҡына ултырып тыңлаһа, уның ошо ике йома араһындағы гонаһтары ярлыҡаныр. Ауылдаштарыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа күпләп дин юлына килеүе, ураҙалар тотоуы, ҡорбандар салдырыуы ҡыуаныслы хәл. Бөгөнгө көндә ауылдаштарҙың ихлас күңелдән ҡорбан салдырыуы сауаплы эш. Ҡорбандар ҡабул булһын. Яугирҙәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Күгебеҙ аяҙ, күңелдәребеҙ саф, уйҙарыбыҙ изге булһын."
Билал биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы ла билалдарға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Артабан да халыҡтың берҙәм, бергә булыуҙарын теләне.
Ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!
Райхана Булатова,
китапханасы.