Новости
28 Сентябрь 2024, 06:27

Сөйәлдән ҡотолоу өсөн

Тағы ла шешеүгә ҡаршы һәм бактерияларға ҡаршы тәьҫир итеүсе препарат. Һарымһаҡ һутын сөйәлгә һалып, пластырь менән йәбештерегеҙ. Был ысул ҡулланылғандан һуң еҫте бөтөрөү өсөн зарарланған урынды йыуырға кәрәк.

Сөйәлдән ҡотолоу өсөнСөйәлдән ҡотолоу өсөн
Сөйәлдән ҡотолоу өсөн

Алма уксусы 

 

Алма һеркәһе (уксус) үҙенең шешеүгә ҡаршы үҙенсәлектәре менән киң билдәле, был уны вирустар менән көрәштә һөҙөмтәле итә (атап әйткәндә, улар сөйәлдәр тыуҙыра). 

Был ысулды ҡулланыр алдынан зарарланған урынды йыуығыҙ. Һуңынан мамыҡ тампонды алма уксусына манып, сөйәлгә баҫып, бинт ярҙамында нығытығыҙ. 24 сәғәттән һуң алмаштырығыҙ. Компрессты алмаштырғанда сөйәлде һыу менән йыуығыҙ.

 

Һарымһаҡ

 

Тағы ла шешеүгә ҡаршы һәм бактерияларға ҡаршы тәьҫир итеүсе препарат. Һарымһаҡ һутын сөйәлгә һалып, пластырь менән йәбештерегеҙ. Был ысул ҡулланылғандан һуң еҫте бөтөрөү өсөн зарарланған урынды йыуырға кәрәк.

 

Изолента.

 

Сөйәлде изолента киҫәге менән йәбештереү генә етә. 6 көн буйына, кәрәк булһа, изолентаны алмаштырып, сөйәлде йәбештереп тороғоҙ. 6 көндән һуң сөйәлде һыуҙа йыуығыҙ һәм пемза менән ышҡығыҙ. Икенсе көндө иртән тағы ла 6 көнгә изолента менән йәбештерегеҙ. Был циклды 2 ай ҡабатлағыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас