Бөтә Рәсәй конкурсында Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенең өлкән фельдешеры Байморатова Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы «Урта медицина һәм фармацевт белемле иң яҡшы белгес-2024» конкурсында ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ул «Иң яҡшы фельдшер» номинацияһында еңеү яуланы.
Конкурс "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Гөлфиә Тимерйән ҡыҙын ҡотлап, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!