Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Сентябрь 2024, 16:15

Яугирҙәр хөрмәтенә

ҡорбан салдыралар.

Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләшкәндән һуң ауыл халҡы исеменән ҡорбан салдырып, йома көнө ашатырға булдыҡ. Сәбәбе барыбыҙға ла билдәле: яу яланында йөрөгән ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын, ил-йорт тыныс булһын, тигән изге ниәттә. Йома көнө барығыҙҙы ла 13:00 мәсеткә саҡырабыҙ. Килегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорбан ашына тип һалма йәйеп, ҡырҡып әҙерләне, ҡорбан салынды. Рәхмәт! Бишенсе сетканы ла эшләп бөтөп тапшырҙыҡ. Райхана Булатова.

Яугирҙәр хөрмәтенә
Яугирҙәр хөрмәтенә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас