Новости
26 Сентябрь 2024, 10:30

Һеҙҙең өйҙә йылымы?

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башҡортостандың 27 ҡала һәм районында йылытыу миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Улар араһында Асҡын, Әбйәлил, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Яңауыл, Учалы, Өфө, Тәтешле, Нуриман, Салауат, Мәләүез, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Йылайыр, Иглин, Илеш, Дыуан райондары, шулай уҡ Октябрьский, Күмертау, Сибай һәм Межгорье ҡалалары бар.

Әлеге ваҡытта меңгә яҡын күп фатирлы йортто һәм 700-ҙән ашыу социаль объектты йылытыу башлана. Был процесс өсөн ике-өс көн ваҡытты кәрәк, тип билдәләнеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-26/v-bashkirii-startoval-otopitelnyy-sezon-3945820

Һеҙҙең өйҙә йылымы?
Һеҙҙең өйҙә йылымы?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас