Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Сентябрь 2024, 11:30

Томан "заказлағайнығыҙмы"?

Республикала урыны менән -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала урыны менән -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан. Күреү мөмкинлеге — 500 метрға тиклем.

Кесаҙна аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 0-5 метр. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +13, +18°.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас