Новости
25 Сентябрь 2024, 12:25

2025 йылда Рәсәйҙә МРОТ 22 440 һумға тиклем арта

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин минималь эш хаҡы күләмен арттырыу пландары хаҡында иғлан итте. Киләһе йылдың башынан МРОТ 16,5%  ашыуға артып, 22 440 һум тәшкил итер тип көтөлә...

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин минималь эш хаҡы күләмен арттырыу пландары хаҡында иғлан итте. Киләһе йылдың башынан МРОТ 16,5%  ашыуға артып, 22 440 һум тәшкил итер тип көтөлә.  

«Шул рәүешле 4 миллион самаһы хеҙмәткәрҙең эш хаҡы күтәрелергә тейеш», —  тине Михаил Мишустин.

«Ә 2030 йылға уны 35 мең һумға еткереү маҡсаты тора», — тип билдәләне хөкүмәт рәйесе министрҙар кабинеты ултырышында.

Сентябрь башында илдең хеҙмәт министры Антон Котяков хәбәр иткәнсә, 1 октябргә тиклем Дәүләт Думаһына минималь эш хаҡы күләмен 22,4 мең һумғаса арттырыу тураһында закон проектын индерелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас