Новости
24 Сентябрь 2024, 12:20

Билалдар юлдарҙы төҙөкләндерҙе

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Быйыл һауа шарттары беҙҙе бөтә яҡтан һынап ҡараны. Оҙайлы яуындар арҡаһында юлдар боҙолдо, соҡор-саҡырға әйләнеп бөттө. Ошо көндәрҙә билалдар үҙ-ара кәңәшләшеп ауылға төшкән юл участкаһына өҫтәмә ҡырсынташ түшәп, соҡор-саҡырҙарҙы яманы, торба һалды. Сөнки был юл бөтәбеҙгә лә кәрәк: ошо юлдан бесәнгә, утынға барабыҙ, ошо юл тура трассаға сығара. Беҙ, ауылдаштар исеменән Данис Иҫәнъюлов, Рәдиф Шаһибалов, Юлай Боҫҡонов, Рәмил Аманов, Рәфис Ғәлин, Фәнир Ғайсин, Тимур Әминев, Азамат Йәрмөхәмәтов, Сөләймән Йәнгилдин, Рөстәм Мөхәмәдйәров, Айҙар Хамматов, Винер Ғәбдрәшитов, Илназ Әхмәҙин, Нургиз Мөхәмәдйәнов, Марат Хамматов, Таһир Афзалов, Альмир Камалов, Филүс Исхаҡов, Васил Ғайсин һ.б рәхмәтлебеҙ. Өмәгә килә алмағандар солярка алырға аҡсалата ярҙам итте. Улар: Гөлдәр апай Әлибаева, Янбулат Бикбаев, Рәүф Әхмәҙин, Данил Нурғәлин, Фәнил Ғайсин.
Юл һалыу, күпер төҙөү кеүек эштәр изге эш һанала, ауылдаштарҙың әлеге ҡылған ғәмәлдәре үҙҙәренә меңләтә изгелек менән әйләнеп ҡайтһын. Эшләнгән эш юғалмай. Бөгөнгө көндә ауырлыҡтан ҡурҡмай, был изге эште башҡарусыларға рәхмәттәр уҡый-уҡый йөрөр юлсылар.

Райхана Булатова,

Билал ауылы китапханасыһы.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас