Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Сентябрь 2024, 11:46

Бөгөн баймаҡтар яугирҙәргә 28-се ылауҙы оҙатты

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөгөн райондан махсус хәрби операция зонаһына һәм Курск өлкәһенә сираттағы 28-се ҙур гуманитар ылау юлланды.
Битараф булмаған район халҡы яҡташтарыбыҙға УАЗ һәм Нива автомобилдәре, мотоциклдар, электр һәм бензо – инструменттар, антидрон плащтары, коптер, ноутбук һәм принтер, маскировкалау селтәрҙәре, дарыуҙар, йылы кейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, яугирҙәргә айырым тәғәйенләнгән посылкалар һәм башҡа күп кәрәкле әйберҙәр оҙаттыҡ. Уларҙы әҙерләүҙә райондың бөтә ауыл биләмәләре: ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, учреждение, ойошма, предприятие коллективтары аәүҙем ҡатнашты.
Барығыҙға ла яугирҙарыбыҙға әүҙем ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ гумконвойҙы оҙатып йөрөүсе яҡташтарыбыҙға имен-аман алып барып тапшырап, өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Бөгөн баймаҡтар яугирҙәргә 28-се ылауҙы оҙатты
Бөгөн баймаҡтар яугирҙәргә 28-се ылауҙы оҙатты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас