+24 °С
Ямғыр
Күгиҙел ауылы халҡы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләү акцияһына ҡушылды. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып, һалма йәйеп, ҡырҡып әҙерләп тә ҡуйҙы. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәребеҙ имен-һау, Еңеү яулап ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Күңел йылыһын биреп, уларға күстәнәстәр әҙерләгән һәр беребеҙҙең изге теләктәре, өй ризығы уларға барып етһен, тине Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.