+24 °С
Ямғыр
Алдағы өс көндә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана, тип хәбәр итте синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
20 сентябрҙә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡта +1 градусҡа тиклем. Көндөҙ +15, +20 градус.
21 сентябрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус. Көндөҙ +13, +18 градус.