Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2024, 03:25

Туғаныңды ҡотҡарыу өсөн миллион һум кәрәк

Мутлашыусылар шулай тип алдап яугирҙең туғанынан аҡса алырға маташҡан

Өфөнөң Киров районы суды 18 сентябрҙә мутлашыуҙа ғәйепләнгән ирҙе 2 айға һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул иптәше менән зыян күреүсенең 1 миллион һум аҡсаһын үҙләштерергә теләгән.

«Мутлашыусылар ханымға туғанының Украина ҡораллы көстәренә әсирлеккә төшөүе тураһында ялған мәғлүмәт еткергән һәм уны азат итеү өсөн ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләгән», — тип белдерҙеләр судта.

Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас