Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар һәм грипп менән ауырыуҙың 22 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуларҙың 41,3 проценты балалар, тип хәбәр ителә Роспотребнадзорҙың төбәк буйынса идаралығының телеграм-каналында. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирҙең 31,7 процентҡа артыуы күҙәтелә, тип белдерҙеләр ведомствола.
“Беҙ ата — әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ: балала ауырыу йәки ауырыу билдәләре барлыҡҡа килһә, уны өйҙә күҙәтеү аҫтында ҡалдырығыҙ һәм табип саҡырығыҙ”, — ти белгестәр.
Класта йәки мәктәптә респиратор инфекция билдәләре булған балаларҙың 20 проценттан ашһа, белем биреү ойошмаһы етәкселеге дистанцион уҡытыуға күсереү йәки уҡыу процесын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һүҙ уҡыусыларҙы каникулға ваҡытынан алда таратыу йәки оҙайтыу хаҡында бара, тип өҫтәнеләр Роспотребнадзор идаралығында.