Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2024, 09:25

Бәпестәргә кем тип исем ҡушалар?

Рәхимбай, Овсанна...

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 18 сентябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк һәм популяр исемдәрен атанылар. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған. Шулай итеп, ҡыҙ балалар араһында осраған һирәк исемдәр – Альвина, Овсанна, Эйлина, Найлә һәм Адилия. Малайҙарға Нәсим, Илфир, Эван, Антип, Рәхимбай тип ҡушҡандар. Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре – Әминә (329), София (278), Эмилия (273), Ева (271), Арина (266). Малайҙарҙа иһә Әмир (412), Тимур (275), Марк (273), Артем (261), Эмир (261).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас