+21 °С
Болотло
16 сентябрҙә Иҫке Сибай ауылында ҡурҡыныс фажиғә теркәлгән. 62 йәшлек ир 70 йәшлек апаһының өйөнә ут төрткән. Улар араһында оҙаҡ йылдар ер бүлеменә бәйле бәхәс барған булған. Ир иҫерткес эсемлек эсеп алып, шундай насар аҙымға барған. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған, үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата РФ-тың 167-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Янғында бер кем дә зыян күрмәгән.
Источник: https://i-gazeta.com/news/proisshestviya/2024-09-18/v-bashkirii-muzhchina-podzheg-dom-sestry-3934125?utm_source=yxnews&utm_medium=mobile&utm_referrer=https%3A%2F%2Fdzen.ru%2Fnews%2Fsearch%3Ftext%3D