Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Сентябрь 2024, 06:50

Түңгәүерҙәр төйәге - Янғаҙы

Китаптың исеменә килгәндә, унда түңгәүерҙәр йәшәгән ауылдар тарихын яҙыу, артабан да дауам итеү, йәғни китаптар серияһын булдырыу күҙ уңында тотолдо. Әйтәйек киләһе китаптар “Түңгәүерҙәр төйәге. Матрай”, “Түңгәүерҙәр төйәге. Алғаҙы” булыуы ихтимал. Бының өсөн йәштәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, улар беҙҙең юлыбыҙҙы дауам итеүселәр, һис шикһеҙ үҙ ырыуҙары ғаиләләре, шәжәрәләре тарихын киләсәк быуынға яҙып ҡалдырыу тураһында уйларҙар”,-тип аңлатма бирҙе авторҙар...

Түңгәүерҙәр төйәге - ЯнғаҙыТүңгәүерҙәр төйәге - Янғаҙы
Түңгәүерҙәр төйәге - Янғаҙы

Яңы китап сыҡты

Янғаҙы ауылында “Түңгәүерҙәр төйәге Янғаҙы” исемле китаптың презентацияһы үтте. Сараға ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар килде. Тарихты һәм крайҙы өйрәнеүселәр Ирек Бикмәтов һәм Хазина Исҡужина йөкмәткеле, ҙур күләмле, бай тарихлы китап баҫтырып, күптәрҙе ҡыуандырҙы.

Байрамда Баймаҡ ҡалаһының мэры Радмир Иҫәнбаев, район Советы депутаты Шайморат Тимербулатов, Баймаҡ районының Түңгәүерҙәр ырыуы етәксеһе Рим Йәнбирҙин, хөрмәтле ветерандар Рауил Йәнсурин, Зәйнитдин Тимербулатов, Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте башлығы Илнур Ишмөхәмәтов телмәр һөйләне, ауылдаштарҙың ҡыуанысы менән уртаҡлашты, китап авторҙарына рәхмәт әйтте. Сараны Римма Тимербулатова матур итеп алып барҙы.
Китап туйы сәй табыны һәм китап һатыу менән тамамланды.

Яңғаҙы ауылы тарихы тураһындағы китап халыҡтың һорауы буйынса яҙылды. Эш барышында мөхәрририәт ағзалары билдәләнде һәм бергә эшләнек. Китап ҙур ғына күләмдә килеп сыҡты. Ул тыуған яҡтарына битараф булмағандар өсөн, бөгөнгө йәштәргә, киләсәк быуынға туғанлыҡ ептәрен белеү, үҙ тарихыңды, шәжәрәңде өйрәнеү өсөн тәғәйенләнә”,-тине Хазина Исҡужина.

Яңғаҙы ауылы тарихы” бүлегендә: “Бүрегә эйәреп- Уралға”, “Ялан түңгәүерҙәренең шәжәрәһе”, “Яңғаҙы ауылы шәжәрәһе” (Шәйәхмәтов Әхмәтсафа Сабирйән улы шәжәрәһе нигеҙендә), “Боронғо дәүер”, “Хужалыҡ итеү, кәсептәр”, “Совет осоро”, “Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз”, “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” “Яңы тормош” колхозынан “Йылайыр” совхозына ҡушылыу”, “Ауыл советы тарихы”, “Мәғариф тарихынан”, “Мәсет тарихы” исемле темаларға урын бирелгән. Ғаиләләр тарихы” бүлегендә ғаиләләр алфавит тәртибендә урынлаштырылып, унда Абзановтар, Аслаевтар, Йосоповтар, Көҫәпҡоловтар, Ҡылысовтар, Мусиндар, Рәжәповтар, Теүәлбаевтар, Тимербулатовтар, Трудасимовтар, Шәйәхмәтовтар, Яңғаҙиндар ғаиләләре тарихы тураһында мәғлүмәттәр яҙылған.

Яңғаҙы ауылы биләмәләрен тәүҙә нуғайҙар төйәк иткән. Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында (И.А. Голубцов тарафынан төҙөлгән) 1730 - 1750 йылдарҙағы Башҡортостандың картаһында Яңғаҙы ауылы аҫтында йәйә эсендә Нуғайҙар тип яҙылған. Алтын Урҙанан ҡалған Нуғай Урҙаһы мырҙалары киң, иркен, тыныс урын эҙләп, күсенеп беҙҙең яҡтарға килеп сыҡҡан. Йәйҙәрен йәйләп, көҙҙәрен көҙләп, байманлыҡта йәшәп алып киткәндәр. Китаптың исеменә килгәндә, унда түңгәүерҙәр йәшәгән ауылдар тарихын яҙыу, артабан да дауам итеү, йәғни китаптар серияһын булдырыу күҙ уңында тотолдо. Әйтәйек киләһе китаптар “Түңгәүерҙәр төйәге. Матрай”, “Түңгәүерҙәр төйәге. Алғаҙы” булыуы ихтимал. Бының өсөн йәштәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, улар беҙҙең юлыбыҙҙы дауам итеүселәр, һис шикһеҙ үҙ ырыуҙары ғаиләләре, шәжәрәләре тарихын киләсәк быуынға яҙып ҡалдырыу тураһында уйларҙар”,-тип аңлатма бирҙе авторҙар.

Китап Яңғаҙы ауылы ғаиләләренең архив мәғлүмәттәренә, документтарына, нигеҙләнеп яҙылған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендәге баҫмалар файҙаланылған, энциклопедиялар, һүҙлектәр, тарихсы ғалимдар хеҙмәттәренә таянып эшләнелгән.

Яңы китаптың исем туйы бик күп халыҡты йыйҙы. Рәсәй төбәктәренән, алыҫ себер тарафтарынан килделәр, хатта Франциянан Зәлифә Ҡасим ҡыҙы Тимербулатова ла килеп етте. Мәсеттә йыйылған халыҡты Миңзәлә Ҡадирова етәкселегендә туғандары, район советы депутаты Шайморат Тимербулатовтың матди ярҙамында Мәҡсүдә Нарынбаева, Маһинур Тимербулатова һәм башҡа Янғаҙы ҡатын-ҡыҙҙары бай өҫтәл табыны әҙерләп ҡунаҡтарҙы һыйланы. “Яҡташыбыҙ Зәйнитдин Тимербулатов бар ойоштороу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алды. Яңғаҙының ейән ҡыҙы булараҡ, туғандарыма, ауылдаштарыма оло рәхмәтемде еткерәм, барыһына ла шатлыҡ-ҡыуаныстар, хәйерле тормош теләйем! Киләсәктә лә бергә булайыҡ!”,-тип изге теләктәркен еткерҙе Хазина Исҡужина.

Халҡыбыҙ тарихына, уның шәхестәренә арналған бай йөкмәткеле китап үҙ уҡыусыларын табасағында шик юҡ. Районыбыҙ үткәнен өйрәнеүгә күп көс һалған Ирек Бикмәтов һәм Хазина Исҡужинаға яңы ижади эҙләнеүҙәр һәм табыштар теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас