Новости
17 Сентябрь 2024, 10:40

Һалым белдереүҙәре ебәрелә башланы

Республикала 1,8 миллиондан ашыу кеше һалым белдереүҙәре аласаҡ...

Башҡортостан Республикаһында 2023 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен күпләп таратыу башланды.

Республикала 1,8 миллиондан ашыу кеше һалым белдереүҙәре аласаҡ: - 1,2 миллион (67%) – физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша электрон төрҙә - 560 мең. Республика халҡының 33% йәшәгән урыны буйынса заказ хаты менән аласаҡ. Шулай уҡ һалым белдереүен алыу өсөн граждандар һалым органына йәки Күп функциялы үҙәктең офисына мөрәжәғәт итә ала.

2024 йылда республика халҡына бөтәһе 6,8 миллиард һум самаһы мөлкәт һалымы, шул иҫәптән 3,4 миллиард һум транспорт һалымы, 2,4 миллиард һум физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым һәм 1 миллиард һум ер һалымы түләргә тура киләсәк. Һалым белдереүҙәре түбәндәге осраҡтарҙа ебәрелмәй:

- һалым льготаһы, һалым кәметмәһе, объект хужаһын мөлкәткә һалым түләүҙән тулыһынса азат итеүсе ҡануниәт менән билдәләнгән башҡа сәбәп булғанда;

- әгәр һалым белдереүендә сағылған һалымдарҙың дөйөм суммаһы 300 һумдан кәм булһа.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас