Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Сентябрь 2024, 05:00

Уҡытыусыға бағышланған иҫтәлекле тәңкә

Яңы тәңкә иң кәрәкле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһенә бағышланған

Уҡытыусыға бағышланған иҫтәлекле тәңкәУҡытыусыға бағышланған иҫтәлекле тәңкә
Уҡытыусыға бағышланған иҫтәлекле тәңкә

Рәсәй банкы 12 сентябрҙә "Хеҙмәт кешеһе" серияһындағы 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығарҙы. Тәңкәнең алғы яғында түңәрәк буйлап яҙыуҙар урынлашҡан: өҫкө өлөшөндә Рәсәй банкы, аҫҡы өлөшөндә 2024. Һулда һәм уңда лавр һәм имән ботаҡтары һүрәттәре урынлашҡан. Үҙәктә 10 һаны һәм уның аҫтында тәңкә номиналын билдәләүсе "10 рублей" яҙыуы урынлашҡан. Тәңкәнең икенсе яғында мәктәп таҡтаһы һәм белем биреү темаһына бәйле әйберҙәр менән өҫтәл янында уҡытыусының рельефлы һүрәте урынлашҡа.

Тәңкәнең тиражы 1 млн дана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас