Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Сентябрь 2024, 05:30

Электр энергияһы өсөн льгота була тип

пенсионерҙарҙың йыйып барған аҡсаһын урлағандар. Береһе банк карточкаһындағы миллион һумға яҡын, икенсеһе 560 мең һум аҡсаһын юғалтҡан...

Тағы ла ике пенсионе ҙур суммаға алданған Өфө ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, енәйәтселәр ололарҙы смартфондарға электр энергияһы өсөн тарифтарҙы түләгәндә льготалар алыу өсөн ҡушымталар ҡуйырға күндерә.

66 йәштәге кешегә мутлашыусылар үҙҙәрен электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә льготалы тариф рәсмиләштерергә тәҡдим итәләр. Пенсионер ризалашҡас, мутлашыусылар уны телефонға "Энергосбыт" тигән ҡушымтаны ҡуйырға күндерәләр. Ҡушымта аша енәйәтселәр пенсионерҙың банк иҫәбенә үтеп инә һәм 1 миллион һумға яҡын шәхси тупланмаһын урлайҙар.

Ошондай уҡ хәлгә Өфөнән 76 йәштәге ҡатын да эләгә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын "кәметәм" тип, ул йыйып барған 560 мең һум аҡсаһын урлата.

Таныш булмаған кешеләр тәҡдим иткән ҡушымталарҙы телефонығыҙға бер ҡасан да ҡуймағыҙ! Ундай шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас