Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Сентябрь 2024, 06:10

Йәштәр өйләнешергә тейеш була

Әммә руль артындағы ҡатындың ҡыҙыл ут аҫтына осоп килеп сығыуы бар хыялдарҙы емерә...

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Дим биҫтәһендә юл фажиғәһендә һәләк булған такси водителе үҙенең йөрөгән ҡыҙы менән никах уҡырға тейеш ине.

21 йәшлек Владислав 23 августа төндә пассажирҙы Левитан урамы буйлап алып бара. Уның «ВАЗ-2112» машинаһына Range Rover внедорожнигы ҙур тиҙлектә килеп төкөй. Внедорожник светофорҙың тыйыу сигналына йәғни ҡыҙыл ут аҫтына хәрәкәт итә.

Көслө бәрелештән таксиның пассажиры урында уҡ вафат була, Ә Владислав бер нисә сәғәттән һуң аңына килмәйенсә вафат була. Асыҡланыуынса, Владислав һәм уның ҡыҙы Лилиана артабан бергә йәшәү өсөн ҙур пландар ҡора, әммә улар тормошҡа ашмай ҡала. Улар никах уҡытырға, өйләнешергә, ипотекаға яңы торлаҡ алырға тейеш була. Әммә барыһы ла бер мизгелдә өҙөлә. Әле тикшереү бара.

Владиславтың ата-әсәһе, уның ҡыҙы һәм дуҫтары  аварияла ғәйепле ҡатындың язаны тулыһынса алыуын теләй. Сөнки был аварияла ғәйепле ҡатын әлегә тиклем бәйләнешкә сыҡмаған һәм ғәфү үтенмәгән. Бер ниндәй компенсация тураһында ла һүҙ бармай.

Автор:
Читайте нас