Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Сентябрь 2024, 07:00

Машина янып киткән

Авария янғын урынына әйләнгән...

Машина янып киткәнМашина янып киткән
Машина янып киткән

Башҡортостанда автомобиль юл фажиғәһенән һуң янып киткән. Авария кисә кис Әбйәлил районының Покровка ауылында булған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ВАЗ 2110 һәм Renault Kaptur автомобилдәре бәрелешкән. Бәрелештән һуң ВАЗ автомобиле янып киткән. Уны тиҙ арала урында килгән дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һүндерә. "Авария һөҙөмтәһендә 2002 йылғы ВАЗ 2110 еңел автомобиле водителе зыян күргән. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас