+21 °С
Болотло
Октябрҙә Рәсәй һәм Америка спортсыһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Джефф Монсон өйләнә. Ул кәләше менән никах уҡытмаҡсы.
Мәскәүҙә Европа мосолмандар форумы ойошторған Ҡорбан байрамында Джефф Монсондың ислам динен ҡабул иткәйне.
Билдәле булыуынса, кәләштең исеме Екатерина, ә ҡунаҡтар менән туй 2025 йылдың яҙында була.
«Октябрҙә беҙ Екатерина менән ислам йолалары буйынса өйләнешәбеҙ. Яратҡан ҡаламда, Өфө мәсеттәренең береһендә никах уҡытырға булдыҡ. Шәхси тормошобоҙҙо асыҡтан-асыҡ күрһәтеүҙе хупламайбыҙ. Екатерина сығышы менән Мәскәү өлкәһенән, Воркутала йәшәгән. Хәҙер беҙ бергә. Туйҙы 2025 йылдың яҙында үткәрәбеҙ», — тип һөйләгән РИА Новости Спорт агентлығына Джефф Монсон.