Новости
10 Сентябрь 2024, 09:20

Башланып китте көҙ айы

ОРВИ тигән ауырыу менән...

Башҡортостанда эпидемик миҙгел башланды. Роспотребнадзорҙың төбәк мәғлүмәттәре буйынса, республикала миҙгелле инфекциялар менән ауырыу кимәле 16 процентҡа еткән. Әлеге ваҡытта 17 меңдән ашыу кеше ОРВИ менән ауырый һәм ауырыуҙар һаны арта. Ведомствола билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта төбәктә ниндәй ҙә булһа сикләү саралары индерелмәгән. Шуға күрә халыҡты иҫкәртеү сараларын күрергә саҡырҙылар. Эпидемиологик мониторинг мәғлүмәттәренән күренеүенсә, хәҙер республикала күбеһенсә ковид һәм риновирус менән сирләйҙәр. Грипп осраҡтары теркәлмәгән. Шул уҡ ваҡытта республикала грипҡа ҡаршы вакцинация башланды. Башҡортостандың үҙәк район дауаханаһынан республиканың баш санитар табибы Анна Казак билдәләүенсә, вакцинация-инфекция эҙемтәләренән һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы. 6 айлыҡ балаларға, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, медицина һәм мәғариф учреждениелары, транспорт, коммунал хеҙмәткәрҙәренә грипҡа ҡаршы прививка яһатырға кәңәш ителә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас