1004-се һайлау участкаһына ҡараған Алғаҙы ауылы өсөн был көн ысынлап та ҙур әһәмиәткә эйә булды. Улар гражданлыҡ бурысын ғына үтәп ҡалманы, ҙур байрам сараһы ла ойошторҙо. Махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнашҡан ауылдаштары, Партус позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында аҡса биреп, “Мин яратам, Алғаҙы” арт-объектын төҙөп ултыртыуҙы һорай. Салауат Мөхәмәтйәнов уны тиҙ арала эшләп тә ҡуя. Уға ауылдың башҡа ир-егеттәре лә ярҙам күрһәтте. Тап шундай мөһим сәйәси сарала арт-объектты асыу тантанаһы булды. Ауылдаштары изге йөрәкле яугиргә ҙур рәхмәт белдереп, Еңеү менән тиҙ арала ҡайтыуын теләй.
Бәләкәй генә ауыл булыуға ҡарамаҫтан, алғаҙылар был көндө юғары күрһәткес бирҙе - 79 кеше һайлауҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәне.