Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2024, 11:50

Бөгөн төндә...

Баймаҡ врачтары сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды.

Бөгөн төндә Хәйбулла районынан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына йәш ярымлыҡ баланы килтерәләр. Ата-әсәләре тимер аҡса йотоуын һәм уның тын алыу юлында тотҡарланып ҡалыуын белдерә. Был хәл баланың һаулығына һәм ғүмеренә үтә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Врачтар сабыйға кисекмәҫтән медицина ярҙамы күрһәтә башлай. Тәүҙә рентген уҙғарып, аҡсаның фәҡәт ҡайһы тирәлә тығылып торғанын асыҡлайҙар. Һуңынан врач-эндоскопист махсус ҡоролмалар ярҙамында уны ашҡаҙанға этеп төшөрә. Артабан иһә аҡса тәбиғи юл менән сығасаҡ.

Был хәл-ваҡиға ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр күрһәтте.

Сығанаҡ: Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының сайты:https://vk.com/feed?w=wall-175244553_4857  

Бөгөн төндә...
Бөгөн төндә...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: