Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2024, 21:00

Һайлауҙа ла бергә

Бөгөн оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер кисергән ғаиләләр тәбрикләнде. Беҙҙең Ишбирҙе ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп.Бер - береһен ихтирам иткән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе саҡырҙыҡ был сараға...

Ишбирҙе ауылында ойошторолған Һайлау барышында оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер кисергән ғаиләләр тәбрикләнде. Беҙҙең Ишбирҙе ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп.
Бер - береһен ихтирам иткән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе саҡырҙыҡ бөгөнгө сараға.
Рәфҡәт Төхвәт улы һәм Зәкиә Райман ҡыҙы Илбуловтар, быйыл уларҙың иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер итеүҙәренә теүәл 56 йыл тулған. Ауылдаштары араһында абруй яулаған был ғаилә 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Рәфҡәт олатай байтаҡ йылдар урман хужалығында эшләһә, тормош иптәше Зәкиә Райман ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.
51 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе Әнүәр Миңлеғәле улын һәм Миңлегөл Сәхиулла ҡыҙын. Уларҙың матур ғаиләһендә өс ул үҫкән. Хәҙерге ваҡытта кинйә улдары Фаил, килендәре Зилиә менән уларҙәң 3 улын тәрбиәләшеп, бергә-бергә матур итеп йәшәп яталар.
Шулай уҡ, ауылыбыҙҙың матур ғаиләләренең береһе Әсҡәт Ғәйфулла улы һәм Сәлимә Миңлеғәле ҡыҙы Истәковтарҙың да бергә-бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тула бер нисә айҙан. Әсҡәт ағай Баймаҡ урман хужалығында эшләне, ә инде Сәлимә апай ҡайҙа ғына эшләһә лә гел уңғанлығы, егәрлелеге менән айырылып торҙо. Улар бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Фирдәүес һәм Камил Иҫәндәүләтовтар ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм өс ул үҫә. Камил Дәүләт улы Ишбирҙе мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡһа, Фирдәүес апай Баймаҡ леспромхозында эшләне ғүмер буйы.
Сара барышында ғаиләләргә: "Һеҙҙең өсөн татыу ғүмер итеүҙең сере нимәлә?"-тигән һорау бирелде, барыһы ла татыулыҡта һәм мөхәббәттә, тип яуапланылар. Эйе,
ғүмер итеү - үргә менеү, тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең - ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул.
Сараны Камила Хәйризаманова матур йырҙары менән биҙәне, парҙарҙы вальс әйләнеүгә саҡырҙы.
Күркәм парҙарға ауыл хакимиәте исеменән Лиза Рәфҡәт ҡыҙы бүләктәр тапшырҙы. (Бағымсы Динар Радик улы булды)
Бөгөн һеҙ туғандарығыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ араһында ҡыуанып ултыраһығыҙ. Һәр көнөгөҙ шулай яҡты һәм шатлыҡлы булһын. Һеҙгә оҙаҡ йылдарға һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Йортоғоҙҙа мөхәббәт һәм бәхет хөкөм һөрһөн.

Гөлфиә Тләүсина, китапханасы

Һайлауҙа ла бергә
Һайлауҙа ла бергә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: