Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2024, 15:00

Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барған Көнбайыш нимәне иҫәпкә алманы?

Беҙҙең аңыбыҙҙа "беҙҙекеләрҙе туҡмайҙар!" тигән төшөнсә бар. Һәм бындай осраҡтаә беҙ уйланмайынса ла беҙҙекеләрҙе ҡотҡарырға ташланабыҙ...

Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барған Көнбайыш нимәне иҫәпкә алманы?
Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барған Көнбайыш нимәне иҫәпкә алманы?

Юридик фәндәр кандидаты, хоҡуҡ институты кафедраһы доценты, 100 меңлек аудиторияһы булған блогер Игорь Кузнецов махсус хәрби операцияның һайлауҙарға йоғонтоһо һәм "Башҡортостан Башлығын Һайлау-2024" йәмәғәт-матбуғат үҙәгендә сираттағы фейкты фашлау тураһында һөйләне.

- Махсус хәрби операция башланғас ил халҡы күберәк уҡый, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башланы. Сөнки кешеләр нимә булғанын һәм уның сәбәптәрен асыҡларға тырыша. Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барған Көнбайыш нимәне иҫәпкә алманы? Беҙҙең аңыбыҙҙа "беҙҙекеләрҙе туҡмайҙар!" тигән төшөнсә бар. Һәм бындай осраҡтаә беҙ уйланмайынса беҙҙекеләрҙе ҡотҡарырға ташланабыҙ, ә ҡалғанын һуңынан ҡарарбыҙ Шуға күрә илгә ҡаршы санкциялар беҙҙе власть тирәләй тупланы ғына. Бынан тыш, Рәсәйҙә махсус хәрби операциянан ҡайтасаҡ ир-егеттәрҙән торған яңы сәйәсмәндәр класы формалаша башланны, тине Игорь Кузнецов.

Юрист шулай уҡ кисә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанда боҙолған бюллетендәр тураһындағы мәғлүмәткә аңлатма бирҙе.

- Был ялған, өҫтәүенә шул тиклем тупаҫ итеп эшләнгән. Әгәр был фотоларҙы ҙурайтһаҡ, бюллетендәрҙә 2013 йыл датаһы булыуын күрәбеҙ. Кем быны эшләй? Ҡайһы бер кешеләр. Әлбиттә аҡса өсөн. Был алдан планлаштырылған акция, Бындай эштәр менән ғәҙәттә Украинаның ЦИПСО-һы шөғөлләнә, - тип белдерҙе эксперт.

фото: Жанна Миронова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: