Нефтекаманан ирле-ҡатынлы пар, бер нисә банктан дөйөм суммаһы 5 миллион 729 мең һумлыҡ кредит алып, аҡсаны мутлашыусылар иҫәбенә күсергән.
Барыһы ла үҙен Росфинансмониторинг белгесе итеп таныштырған билдәһеҙ кешенең шылтыратыуынан башлана. Ул енәйәтселәрҙең 29 йәшлек ирҙең шәхси мәғлүмәттәрен урлауын һәм уның исеменән бер нисә кредитҡа ғариза биреүҙәре тураһында хәбәр итә. Артабан ваҡиғалар киң таралған сценарий буйынса үҫешә. Зыян күреүсене, ғаризаларҙы юҡҡа сығарыу өсөн, кредит алырға һәм ошо "белгес" әйткән иҫәптәргә күсерергә күндерәләр. Ғаилә башлығы үҙе генә түгел, ә ҡатынын да займдар алырға күндерә. Ир менән ҡатын мутлашыусылар селтәренә эләгеүен аҡса талап итеү туҡталмағас ҡына аңлайҙар. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Бер үк иғтибарлы булығыҙ! Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ! Иң яҡшыһы ят һандарҙы алмағыҙ!