-5 °С
Ҡар
Илеш районынан 20 йәшлек БДАУ студенты Радмир Заһиҙуллин кисә һайлауҙа тауыш биргән. Әлбиттә, йәш кеше "Рахмат" акцияһында теләп ҡатнаша, әммә еңеүгә иҫәп тотмай. Ата-әсәһе менән бергә Иштерәк ауылында һайлауға бара.
- Мин бер һайлауҙы ла ҡалдырмайым, һәр саҡ йөрөйөм. Миңә шылтыратып, еңеү тураһында хәбәр иткәс, ышанманым. Дөрөҫөн әйткәндә, мутлашыусылар шылтырата тип уйлағайным.
Ата-әсәһе лә тәүҙә ышанмай. Радмир квадроциклға һөйөнөп бөтә алмай.
- Техника, һис шикһеҙ, хужалыҡта файҙалы буласаҡ.
Радмирҙың "права"һы бар, шуға күрә ул призды тәғәйенләнеше буйынса тиҙҙән файҙалана аласаҡ. Йәш кеше университетта инженерлыҡҡа уҡып та, Өфөлә водитель булып та эшләп өлгөрә. Афарин!