+21 °С
Болотло
Таулыҡай ауылының 1022 - се һайлау участкаһында һайлауҙар ойошҡанлы бара.Таулыҡайҙарҙың был сараға етди ҡарауҙары һөйөндөрҙө. Иртәнге 8.00 сәғәттә үк ғаиләләре менән һайлауға килеүсе парҙарҙың күп булыуы ҡыуандырҙы.Уларға, тәүге һайлаусылар булараҡ, комиссия ағзалары тарафынан бүләктәр тапшырылды. Мәҙәниәт йортонда үткән һайлауҙа шулай уҡ ауылдаштар араһында " Бай баҡса" күргәҙмәһе ойошторолдо. Урал һәм Мәзүнә Күсәрбаевтарҙың тырыш, уңған ғаиләләре быйылғы уңыштан бик шәп күргәҙмә тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ:улар күргәҙмәләре аша махсус хәрби операцияға һәм Ғаилә йылына ла баҫым яһаны.
#ВыбираемГлаву #Башкортостан #БаймакскийРайон #1022УИК
Альбина Байегетова.