+21 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса Баймаҡ районынан группа бер көнлөк тур менән Абҙаҡҡа барып ял итеп ҡайттылар. Төркөмдә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре лә булдылар.
Пенсионерҙар Советтар Союзы геройы, армия генералы Таһир Таип улы Күсимовтың мемориаль музейында булып, аквапарктала әүҙем ваҡыт үткәрҙеләр.
Оло быуындың ваҡытты күңелле үткәреү, шәп эмоциялар һәм сағыу тәьҫораттар алыу мөмкинлеге булыуына бик шатмын, тип хәбәр итә Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрендә.