Радий Хәбиров республика яугирҙәре менән осрашыу өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә килде. Үҙенең телеграм-каналында ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙәрен дәртләндерҙе һәм подразделениеның үҙе өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, сөнки был махсус операцияла ҡатнашыу өсөн республиканан тәүге ирекле формирование булды.
«Был батальон ойошторолған көндән үк яуҙан сыҡмай. Ул Башҡортостандың хәрби еңеүҙәренең данлы тарихына үҙенең исемен яҙҙы тип иҫәпләйем. Ошо ябай егеттәргә рәхмәт һәм ихтирам белдерәм», – тип яҙа Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батальон 2022 йылда ойошторолдо. Әлеге башланғыс менән хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙҙың бер сафҡа туплау идеяһын башҡа ветерандар, патриот-йәмәғәтселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөргә йыйынған ирекмәндәр күтәреп алды.
Сығанаҡ: