-4 °С
Болотло
Башҡортостанда хәүефле һәм насар метеорологик күренештәр фаразлана, тип иҫкәрттеләр Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
6 сентябрҙә төндә республикала урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк. Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-9 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем иҫә.һауа Температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +14, +19°.