Новости
4 Сентябрь 2024, 04:40

Эх, фатир отаһы!

Был һайлауҙа фатирҙар уйнатыласаҡ!

Был аҙнала Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» республика акцияһы барышында фатирҙар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, яҙғы акциянан айырмалы рәүештә, Өфөлә бер нисә фатир уйнатыла. Бөтә фатирҙар ҙа бер бүлмәле. Бәхетле QR-билет эйәләрен «Рәхмәт-2024» акцияһының генераль партнеры — Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетынан ошондай шәп бүләктәр көтә.

«Фатирҙар һанын әлегә әйтмәйбеҙ сер булып ҡалһын», — тине «Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты» йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов.

Автор:
Читайте нас