+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы базаһында пилотһыҙ авиация системалары кабинеттары асылды. Бында уҡыусылар пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу буйынса теоретик һәм практик белем ала аласаҡ. Бындай юғары профессиональ техниканы ҡуллана белеү бөгөн бик мөһим. Был күнекмәләр хәҙер иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында талап ителә, - тип яҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрендәге битләүендә.