Бер сит телде белеү ҙә кешенең мөмкинлектәр даирәһен киңәйтә. Билдәле булыуынса, бала ни тиклем бәләкәйерәк булһа, шул тиклем телдәрҙе тиҙерәк үҙләштерә ала.
“Миләш” балалар баҡсаһында полилингваль төркөм дүртенсе йыл эшләй. Бында балалар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Дәрестәр уйын формаһында үтә. Балалар йырҙар йырлай, шиғырҙар һөйләй, театрлаштырылған тамашалар ҡуя, һүрәт төшөрөлгән махсус карточкалар менән эшләй һәм башҡа күп нәмәләргә өйрәнә.
Күпселек балалар баҡсаһында башҡорт теле аралашыу, уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең төп теле булып һанала. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа рухи-әхлаҡи сифаттар формалаштырыу, уларҙы мәҙәни мираҫты, йолаларҙы һаҡлаусы итеп тәрбиәләү мөһим.
Төп маҡсатыбыҙ – бәләкәстәрҙә туған телде белеү, шулай уҡ үҙ үҫеше өсөн сит телдәрҙе өйрәнеү теләген уятыу. Өс йыл буйы көн дауамында беҙ балаларҙың тормошонда рус һәм инглиз телдәренең элементтарын әүҙем индерәбеҙ. Беҙҙең эштең төп бурысы – тирәяҡтағы кешеләр менән аралашыу өсөн иң ябай һөйләшеү сараларын ҡулланыу. Эште бер нисә телде белгән, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы халыҡ йолалары, әкиәттәре донъяһына ылыҡтыра белгән педагогтар алып бара.
2023 йылда тәрбиәсе Р.Р. Хазыева, инглиз теле уҡытыусыһы Г.С. Ивлева тәүге “полиглот”тарҙы сығарҙы. Улар өс йыл дауамында республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен, бер-береһен хөрмәт итергә, ҙур һәм бәләкәй Ватанды яратырға өйрәнде. Балалар һорауҙарға яуап биреп, предметтарҙы ҡыҫҡаса тасуирлай ала, мини-диалогтар ҡуллана. Иртәлектәрҙә, концерттарҙа инглиз телендә шиғырҙар һөйләнеләр, сәхнәләштереп күрһәттеләр, йырланылар.
Балалар баҡсаһында предмет-үҫеш мөхитен булдырыуға ла айырым иғтибар бүленә. Педагогтар заманса техник уҡытыу сараларын, интерактив технологияларҙы ҡуллана. Башҡорт, инглиз һәм рус халыҡтары мәҙәниәтенең милли үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дидактик материал, уҡыу-күргәҙмә әсбаптары, шулай уҡ полилингваль материал булдырырға мөмкинлек биргән предметтар (китаптар, көнкүреш әйберҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре, плакаттар, һүрәттәр, уйынсыҡтар, яҙыуҙар, фотоһүрәттәр, емеш-еләк һәм йәшелсә муляждары, хайуандар һ.б.) тупланды. Балалар ошолай өс телде уйнап ҡына өйрәнеү мөмкинлеген ала. Мәктәпкәсә йәштәге балалар икенсе һәм өсөнсө телдәрҙе тиҙерәк өйрәнһен өсөн ғаиләләре менән дә бергә эш алып барабыҙ. Консультациялар, ата-әсәләр менән осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр үткәрәбеҙ.
Сит телдәр менән бәләкәйҙән танышыу баланың дөйөм психик үҫешенә, уның телмәр мәҙәниәтен үҫтереүгә, донъяға ҡарашын киңәйтеүгә ыңғай йоғонто яһай. 3-6 йәштәге балаларҙы иртә уҡытыу телдәрҙе уңышлы үҙләштерергә, артабан уларҙы өйрәнеүҙә ыңғай мотивацияны һаҡларға мөмкинлек бирә.
Полилингваль төркөмдә белем алыу мәктәптәге тел өйрәнеүҙә лә яҡшы баҫҡыс булып хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ. Сөнки беҙҙең балалар өс телде айыра һәм һәр береһен айырым ҡуллана белә.
Зилә БИКЙӘНОВА,
“Миләш” балалар баҡсаһы мөдире.