Новости
3 Сентябрь 2024, 12:24

Әкренләп алға барабыҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар йышыраҡ тыуа. Әммә һәр бер баланың тулы тормош менән йәшәүгә һәм белем алыуға хоҡуғы бар. Башҡортостан Башлығының 2024 йылды “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы” тип билдәләүен шатланып ҡабул иттек. Был “үҙенсәлекле” кешеләрҙең, балаларҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, ҡала һәм районыбыҙҙа был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды. Барлыҡ белем усаҡтарында ла инклюзив белем биреү ғәмәлгә ашырыла, балалар баҡсаларында иһә компенсациялау йүнәлеше төркөмдәре бар.  

Әкренләп алға барабыҙӘкренләп алға барабыҙ
Әкренләп алға барабыҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар йышыраҡ тыуа. Әммә һәр бер баланың тулы тормош менән йәшәүгә һәм белем алыуға хоҡуғы бар. Башҡортостан Башлығының 2024 йылды “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы” тип билдәләүен шатланып ҡабул иттек.

Был “үҙенсәлекле” кешеләрҙең, балаларҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, ҡала һәм районыбыҙҙа был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды. Барлыҡ белем усаҡтарында ла инклюзив белем биреү ғәмәлгә ашырыла, балалар баҡсаларында иһә компенсациялау йүнәлеше төркөмдәре бар.

Берҙәм дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында һәр балаға белем биреү менән бер рәттән социалләштереү өсөн дә шарттар булдырылырға тейеш. Беҙҙең “Йондоҙло” баҡсаһында ла бындай балаларҙың үҫеше өсөн мөмкинлектәр бар. Бер нисә йыл рәттән телмәр кәмселектәре булған һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ике төркөм уңышлы эшләй. Унда ҡырҡҡа яҡын бала йөрөй. Улар араһында күрше райондарҙан килгән ауыл балалары ла бар. “Үҙенсәлекле” балалар менән бер дефектолог, өс логопед һәм бер психолог шөғөлләнә. Төркөмдәр кәрәкле ҡоролмалар һәм методик әсбаптар менән тәьмин ителгән. Әлеге балаларҙың күпселегендә танып-белеү әүҙемлеге, хәтере, иғтибары, фекерләү ҡеүәһе түбән, ҡайһылары бөтөнләй һөйләшмәй, хатта үҙ аллы хәрәкәт итә алмағандары ла бар.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға индивидуаль ҡараш талап ителә. Төркөмгә килгән һәр бала төрлө яҡлап диагностикалана. Унан тәрбиәләнеүсе өсөн шәхси коррекцион маршрут яҙыла. Педагог балалар менән эшләгәндә төрлө технологияларҙы ҡуллана. Мәҫәлән, белем биреүсе, һаулыҡты һаҡлаусы, уйын, йәғни коррекция үҫеше, профилактика. Шулай уҡ балаға ҡалаҡ тоторға, хәреф танытырға, төҫ айырырға, һүрәт төшөрөргә өйрәтәбеҙ, ғөмүмән, бар яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ.

Балалар баҡсаһының ижади төркөмө бына нисә йылдар инде М.Аҡмулла исемендәге БДПУ менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тап башҡорт телендә телмәр кәмселектәре булған балалар өсөн методик ҡулланмалар өҫтөндә эшләй. Беҙҙең эш һөҙөмтәһе булып 4-5, 5-6, 6-7 йәшлек балалар өсөн “Балаларҙың фонетик-фонематик телмәр кәмселеген бөтөрөү өҫтөндә логопедик эш программаһы” (2022 йыл), “Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү альбомы” (2022 йыл), “Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” (2023 йыл), “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған (башҡорт) телендә грамотаға өйрәтеү буйынса дәрес конспекттары” (2024 йыл) методик ҡулланмалары донъя күрҙе.

Баҫмаларҙы ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҡыуанып ҡабул итте. Хатта күрше райондарҙан да тик яҡшы баһаламалар ишетәбеҙ. Артабан да беҙҙең хеҙмәт емештәребеҙҙе үҙебеҙҙең һәм башҡа район балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре киң ҡулланырҙар тигән ышаныстабыҙ.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй, көн һайын балаға иғтибар, күңел йылыһы биреп эшләү һөҙөмтәһеҙ булмай. Уларҙың әкренләп телдәре асыла, ҡыҙыҡһыныуҙары, тирә-яҡ тураһында белемдәре арта. Был хаҡта ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре, Рәхмәт хаттары һөйләй. Бала ниндәй генә кәмселектәр менән донъяға килмәһен, үҙенең йәмғиәткә кәрәклеген тойоп йәшәһен ине.

З. ИШДӘҮЛӘТОВА,

Г. ФӘЙЕЗОВА,

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы педагогтары.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас