+21 °С
Болотло
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә контроль эштәре, бөтә Рәсәй тикшереү эштәренән (ВПР) тыш, уҡыу ваҡытының 10 процентынан артмаҫҡа тейеш. Юғиһә был ҡағиҙә боҙоу тип иҫәпләнәсәк. Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рособрнадзор башлығы Анзор Музаев белдерҙе. Ул шулай уҡ, мәктәптәрҙең бөтә контроль эштәре оә РОСОБРНАДЗОР менән килешеп эшләнергә тейеш, тип өҫтәне.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыу предметтары буйынса контроль эштәре уҡыу ваҡытының 35-40 процентын биләй.