Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Сентябрь 2024, 12:20

Изгелек акцияһы иғлан итеп

балаларға бүләктәр эшләнеләр

Изгелек акцияһы иғлан итепИзгелек акцияһы иғлан итеп
Изгелек акцияһы иғлан итеп

"Сәләмәт ауыл" район конкурсы сиктәрендә Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҡараған округтар араһында Урам байрамдары үтте. Ауыл киләсәге- ул балалар.Шуға күрә,  "Парк" округы халҡы ауылдың мәктәп һәм балалар баҡсаһына "Изгелек" - акцияһы ойошторҙо:  балаларға туптар, уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итте.

- Беҙҙең башланғысты башҡа округтар ҙа күтәреп алыр һәм акцияға ихлас ҡушылырҙар тип уйлайбыҙ. Балаларыбыҙҙың бәхетле баласағын нурлар, яҡшы белем алып, тыуған ауылдарының сәләмәт, тоғро патриоттарын тәрбиәләр тип ышанып ҡалабыҙ. Уҡытыусылары Ҡәмәриә Арслан ҡыҙына һәм тәрбиәселәре Динә Рәхимйән ҡыҙына тыныс, уңышлы уҡыу йылы, аҡыллы, тәрбиәле, һау-сәләмәт балалар теләйбеҙ. Именлектә, теүәллектә, һау-сәләмәт булайыҡтар, тине улар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас