Быйылғы уҡыу йылы лицей-интернат өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Бөгөн белем усағы үҙенең уҡыусыларын капиталь ремонттан һуң ҡаршы ала. Бынан тыш яңы уҡыу йылын лицей-интернат күп профилле полилингваль статусында башлай. Был уҡыу процессына, белем кимәленә яңы ҡараш өҫтәр, лицей-интернатын районда ғына түгел республикала алдынғы булараҡ танытыр, тип ышанабыҙ.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев төҙөүселәргә, коллективҡа, ремонтлауға үҙ өлөшөн индергән, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе.
Баймаҡ лицей-интернатын асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлеге рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатын тамамлаусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы һәм реконструкциянан һуң лицей-интернат асылыуы менән ҡотланы. Ә беҙ уларға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
А. Юлдашбаев фотолары.