+24 °С
Ямғыр
Семеновск ауылы мәктәбендә быйыл ун, шул иҫәптән беренсе класҡа ике уҡыусы килде. Уҡыусыларҙы Белем байрамы менән ҡотларға килеп еткән “Мишка” менән “Зайка” ҙур ҡурсаҡтар яҡшы кәйеф бүләк итте. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы сиктәрендә уҡыусыларға “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм эшҡыуарҙар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Әйткәндәй, ауылдан ун һигеҙ уҡыусы ҡаланың 1-се мәктәбенә йөрөп уҡый. Уларҙы мәктәп автобусы ташый.